Һыу юлы дәүләттәр өсөн иң боронғо транспорт артерияһы

Заман үҫеше менән юл бәйләнеше төрҙәре киңәйһә лә йылға юлына ихтыяж юғалмай. Диңгеҙ һәм йылға флоты көнө уңайынан беҙҙең хәбәрселәр был тармаҡтың йәшәйешен тәьмин иткән иң мөһим хеҙмәт вәкилдәре менән осрашты.

Илшат Мөлөков йылғала иң мөһим транспорт сараһының иң мөһим өлөшөн хеҙмәтләндерә – ул судно электромеханигы. Караптың бар йыһаздарын электр энергияһы хәрәкәткә килтерә, шуға ҡоролмаларҙың туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итеү тәү — мәсьәлә. 1988 йылғы судноның электр ҡорамалдары былтыр яңыртылған. Шуға тиклем Илшат эш урынын биш минутҡа ҡалдырырға ла йөрьәт итмәгән.

Судноның төп бурысы иһә йылға төбөнән ҡомташ һоҫоп алып уны шаландаға тейәп ярға оҙатыу. Һыу юлын караптар йөрөр кимәлдә тотоуҙың башҡа төрлө ысулы әлегә уйлап табылмаған.

Был ҡоролма йылға төбөнән йылына миллион кубометрға яҡын ҡомташ сығара. Йылға төбөн тәрәнәйтеү эштәре май айынан ноябргә тиклем дауам итә. Ошо арауыҡта флот хеҙмәткәрҙәре Ҡариҙел менән Ағиҙел үренән Камаға барып етә. 

Республикала ошондай ике үҙйөрөшлө ҡоролма бар. Тап улар йылғаның һай урындарын тәрәнәйтеп, киң ерҙәрен тарайтып караптар өсөн юл һала.

Һыу юлдарының 450 километры Ағиҙел йылғасылары ҡарамағында. Эш барышында төрлө хәлдәр осрай. Земснаряд сүмесе ҡыҙыҡлы табыштар ҙа сығарып ҡуя. Араларында ҡиммәтле археология өлгөләре лә булғаны бар, тиҙәр.

Йылғаға мөкиббән, хеҙмәтенә ғашиҡ кешеләр эшләгәндә флот  киләсәккә өмөт менән ҡарай. Һыу юлына ихтыяж артыр мәлгә был  хәрәкәт хәүефһеҙлеге һағындағылар әҙер. 

Яндекс.Метрика