Бөгөн Рамаҙандың һуңғы көнө, ә иртәгә Ураҙа байрамы

  • Бөгөн Рамаҙандың һуңғы көнө, ә иртәгә Ураҙа байрамы | ГТРК Башкортостан

Рамаҙанда мәсеттәрҙең ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Теләгән һәр кем Алла йортона тәрәүих намаҙын уҡырға, ауыҙ асыу мәжлестәренә йөрөнө. Ләлә-Тюльпан мәсетендә лә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн байрам ифтары үтте. Улар Рамаҙан айының үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты, белемдәрен камиллаштырҙы. Ифтарҙан һуң, диндарҙар тәрәүих намаҙын уҡыны. Сараға 400-ҙән ашыу ураҙа тотоусы йыйылғайны.  Улар араһында төрлө милләт вәкилдәре, олоһо ла, кесеһе лә, бөтә ғаиләләре менән килгән кешеләр ҙә бар ине. 

Яндекс.Метрика