Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа-байрамын билдәләй

  • Бөгөн бөтә донъя мосолмандары  Ураҙа-байрамын билдәләй | ГТРК Башкортостан

Был көн менән изге Рамаҙан айы тамамлана.  Ураҙа байрамы – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа ғәйете – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе, изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе көн. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә.

Яндекс.Метрика