Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡаланың Дим районында өс йыл элек асылған Мәҙинә мәсетендә байрамдар йылдан-йыл йәмлерәк үтә

Бөгөн был ғибәҙәтханала йыйылған мосолмандарҙы республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Мәҙинә мәсете Өфөлә иң яңы һәм иң бейек мәсеттәрҙең береһе. Ул Үҙәк Диниә назаратының 225 йыллығы уңайынан 2013 йылда асылған. Бында бер юлы 800 кеше намаҙ уҡый ала. Мәҙинә мәсете Дим районы ғына түгел, бөтә Өфө мосолмандары өсөн рухи көс, дини белешмә алыу урынына әүерелде.  

Яндекс.Метрика