Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында мәсет төҙөлөшө тамамлана

Битараф булмаған кешеләр һәм ауыл халҡы ярҙамы менән сафҡа индерелгән иман йорто сентябрь айына асыла. Тап был ваҡытта Башҡортостан халҡы Ҡорбан байрамын билдәләйәсәк. Әле мәсеттә һуңғы эштәр бара. Мәсеткә 2013 йылдың 18 июнендә нигеҙ ташы һалына. Ошо ваҡыттан алып төҙөлөш эштәре туҡтамай. Халыҡ үҙ көсө менән иман йортон күтәрә. Башҡа төбәктәрҙә йәшәгән хәлле ауылдаштары ла ярҙам итә. Өс йыл элек башланған изге маҡсат, ниһайәт, тиҙҙән тормошҡа ашасаҡ. Алла йорто керамзит блоктан күтәрелгән, тәҙрәләре һәм ишектәре ҡуйылған. Эстән иһә заманса материалдар менән эшләнә. Тиҙҙән, йылытыу системаһы ҡуйыла һәм һыу менән тәьмин ителәсәк. Мәсеттең дөйөм майҙаны 77 квадрат метр. Ауыл халҡы был һандар бушҡа түгел тип билдәләй. Әле төҙөүселәр ғибәҙәт ҡылыу өсөн залды ағарта. Тыштан иһә иман йорто тулыһынса тиерлек әҙер, бина семәрле бесер менән биҙәлгән. Ә манараһының бейеклеге 13 метр ярым. Ауыл-ҡалаларҙа Аллаһ йорттарының төҙөлөүе һәм асылыуы дин тотҡан кешеләр өсөн оло ҡыуаныс. Әле Түбәнге Үтәш ауылында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй.  Быға тиклем диндарҙар йола-ғәмәлдәрҙе башҡа ғибәҙәтханаларҙа, йә өйҙәрендә үтәгән. Түбәнге Үтәш ауылының тарихы бай. 20-се быуат башында ул волость үҙәге була. Тарихи документтар буйынса, бында мәҙрәсә, икмәк заводы һәм 5 сауҙа кибете теркәлә. Оло кешеләр заманында беҙҙә ике мәсет булды, тип хәтерләй. Әммә, 1924 йылда мәсеттең манараһы емерелә. Диндарҙар хәҙер был мәсеттең ишектәре бер ҡасан да ябылмаһын тип теләй. Түбәнге Үтәштә 16-сы быуатта уҡ мәсет булған. Совет осоронда уны мәҙәниәт йортона әйләндерәләр. Хәҙер ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп изге йорттоң төҙөлөп бөткәнен көтә. Беренсе аҙан тауыштары бында сентябрь айында яңғыраясаҡ. Төҙөүселәр мәсетте Ҡорбан-байрамына асырға ниәтләй.

Яндекс.Метрика