Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡытайҙың үҙәк һәм көньяҡ төбәктәрен һыу баҫыу сәбәпле 90 кеше һәләк булған, 20 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Бында бер аҙна туҡтамай ҡойма ямғырҙар яуа. 700 меңдән ашыу кеше эвакуацияланған. Йорттар,юлдар емерелгән тип хәбәр ителә.  

Төркиә биләмәһендәге Сүриә ҡасаҡтарының Төркиә гражданлығы алыуы ихтимал.  Был хаҡта Рәжәп Эрдоган  Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан ойошторолған сарала әйткән. Төркиә президентының белдереүе ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Оппозиция Эрдоганды 2019 йылда үтәсәк һайлауға электорат туплай башлауҙа ғәйепләгән.

Джуно исемле космос зонды Юпитерға осто. Тиҙҙән ул ҡояш системаһындағы иң ҙур планетаның орбитаһына сығырға тейеш. План буйынса, Джуно Юпитерҙы йылдан ашыу тикшерәсәк. Ғалимдар әйтеүенсә, Юпитер тарихын өйрәнеү Ҡояш системаһының нисек барлыҡҡа килеүен аңларға ярҙам итәсәк. 

Омск ҡалаһынан Макс Миллер исемле руфер үҙенең дуҫы менән урындағы 200 метрлыҡ телевышкаға менгән. Улар унда таңды ҡаршы алған.  Егеттәр селфи эшләп интернет селтәренә һалырға ла өлгөргән. 

Яндекс.Метрика