Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү һәм Анкараның оҙайлы конфликттан һуң ихтыяр көсө табып яҡынайыуы бик күп илдәр өсөн өлгө булып тора. Форбес журналы яҙыуынса, Рәсәйгә ҡул һуҙып Рәжәп Эрдоган Вашингтонға ошондай осраҡта ниндәй аҙым яһарға кәрәклеген күрһәтте. Хәҙер Америкаға ла Мәскәү менән уртаҡ телгә килеп, элекке совет республикаларын  «йотоуҙы» туҡтатырға кәрәк тип яҙа абруйлы был журнал.

Ҡытай флоты көньяҡ-ҡытай диңгеҙендә-бәхәсле архипелагтар районында хәрби күнекмәләр башлай.  Сәйәси күҙәтеүселәр быны     Гаагалағы третей судының бер аҙнанан ҡабул ителәсәк ҡарары менән бәйләй. Ҡытай иһә архипелагтарҙы үҙ биләмәһе тип иҫәпләй һәм өсөнсө яҡ фекеренә ҡолаҡ һалмаясағы тураһында белдерә.

Сәғүд Ғәрәбстанында илдең төрлө төбәктәрендәге теракттар ҡорбандарын иҫкә алалар. Әлегә бер ойошма ла террор ғәмәлдәре өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған. Фаразлауҙар буйынса, ул ИГИЛ төркөмө булыуы ихтимал-Сәғүд Ғәрәбстаны исламистарға ҡаршы һуғышыусы коалицияның әүҙем ағзаһы.

Юнона исемле космос зонды Юпитерҙың орбитаһына сыҡты һәм видеокамераға төшөрөлгән тәүге кадрҙарҙы ергә тапшырҙы. План буйынса, Джуно Юпитерҙы йылдан ашыу тикшерәсәк. Ғалимдар әйтеүенсә, Юпитер тарихын өйрәнеү Ҡояш системаһының нисек барлыҡҡа килеүен аңларға ярҙам итәсәк.  

Яндекс.Метрика