Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды

  • Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды | ГТРК Башкортостан

Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла. Акция 31 августҡа тиклем дауам итә. Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар йорттарында, шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәктәрендә ҡабул ителә. Ошондай учреждениелар әлегә 8 урында эшләй. Улар Балаҡатай, Тәтешле, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында, Сибай һәм Октябрский ҡалаларында асылды. Былтыр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы барышында 7 миллион һумға төрлө әйберҙәр, кәрәк-яраҡтар тупланды. 

Яндекс.Метрика