Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»

Республика парламенты яҙғы сессияға йомғаҡ яһаны

Депутаттар 32-се ултырышта 30-лап закон проектын ҡараны. Уларҙың 14-е Башҡортостан ҡануниәтенә ҡағылһа, 6-һы федераль закон проекты. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константик Толкачев билдәләүенсә, Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закондар сығарыу башланғыстары һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбендә. Яҙғы сессия барышында ғына республика депутаттары тәҡдим иткән башланғыстар нигеҙендә 8 федераль закон һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителгән. Проекттарҙың закон дәрәжәһен алыу иҫәбе буйынса ла республика парламенты илдә беренсе урында. Ҡоролтай депутаттары парламент каникулынан һуң август аҙағында уҡ көҙгө сессияға әҙерлек башлай. 

Яндекс.Метрика