Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡырымды Таман ярымутрауы менән тоташтырыусы күпер төҙөлөшөн Рәсәйҙә эшләүгә аккредитация алған сит ил журналистары барып күргән. Америка, Германия, Бөйөк Британия, Япония, Ғыйраҡ, Румыния һәм башҡа бик күп илдәрҙең хәбәрселәре төҙөлөш майҙанына барған, төҙөүселәр менән әңгәмәләшкән.  

Чилкот хисабы  Бөйөк Британия  хакимиәттәренең  2003 йылда мөстәҡил  Ғыйраҡҡа һөжүмен ҡанунһыҙ тип тапты.  Был ҡарарҙың урындағы закондарға ярашлығын Джон Чилкот етәкселегендәге комиссия тикшерҙе.  Бөйөк Британияның Ғыйраҡҡа  һөжүм итеүе бик ҙур хата булған, Тони Блерҙың был ҡарары Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы именлек шураһының абруйын бик ныҡ ҡаҡшатты, тип белдергән Джон Чилкот.

Миланда Бөтә Донъя күргәҙмәһе күптән тамамланһа ла, уның тирәләй  ғауға дауам итә. Һалым түләүҙән ҡасҡан, аҡса урлаған, Экспо күргәҙмәһен үткәргәндә Сицилия мафияһы менән енәйәтсел бәйләнештә булған 11 кеше ҡулға алынған. Һүҙ төҙөлөшкә тендерҙар тураһында бара. Италияның Коррера делла Сера баҫмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Франция, Кувейт, Экваториаль Гвинея һәм күргәҙмәнең бер бағымсыһының павильондарын төҙөгәндә күп кенә аҡса урланған. 

Кувалда менән быяланы ватып буламы? Була, әммә Ҡытайҙағы быяланан эшләнгән күперҙе түгел. Тиҫтәләгән кеше илдең Хунань виләйәтендәге быяланан эшләнгән баҫманың ныҡлығын тикшереп ҡараған. Үҙенсәлекле ҡоролма аша хатта машиналар ҙа үтә ала.

Яндекс.Метрика