Башҡортостан аша беренсе тапҡыр ,,Ебәк юлы,, раллиһы үтәсәк

Халыҡ-ара ралли республика биләмәһе аша 10-11 июлдәрҙә уҙа.  Уҙышсылар Башҡортостанға Татарстан аша инә һәм Өфөлә тәүге туҡталыш яһай. Автоуҙыш 8-се июлдә Мәскәүҙә старт алды. Унда ҡатнашыусылар 10-11 июлдә «Өфө» аэропорты янында палатка ҡаласығында ял итергә туҡтай.  Әле бында етди әҙерлек бара. Лагерь 2000-дән ашыу кешене ҡабул итергә әҙерләнә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, яҡын арала майҙанда 11 палатка ҡалҡып сығасаҡ.  8 гектар майҙанда  ралли-рейд, ойоштороу комитеты  штабы, йыуыныу өсөн ҡулайлаштырылған палаткалар, 600 кв метрҙа ашхана урынлаштырыу ҡарала. Медицина, телевидение, хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәренә лә айырым урын бүленәсәк, ти ҡаласыҡ коменданты.  Колонна составында 90 еңел, 30 йөк машинаһы, 150 ярҙамсы автомобиль, хатта һауа транспорты бар. Раллиҙа барлығы 35 илдән ярышсылар ҡатнаша.  Автоуҙыш Учалы районынан юғары тиҙлектәге юл учаскаһы аша үтә. Был саҡта  ралли үткән трассаларҙа хәрәкәт ваҡытлыса сикләнәсәк, ти ойоштороусылар. Автоуҙыш Ҡаҙағстан аша үтеп, Пекинда тамамлана.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика