Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә билдәле музыкант, гитарасы, “ДДТ” төркөмөнөң тәүге составы солисы Рөстәм Асанбаевтың хәтер кисәһе үтте

Сарала Рөстәм Нәжипович һуңғы көнөнә тиклем етәкселек иткән  «Boogie Band» һәм башҡа рок төркәмдәр сығыш яһаны. Үҙе китһә лә, уның ижады әле лә күпселек халыҡты йәлеп итә.  Өфө илгә үҙенсәлекле рок донъяһы менән дә билдәле. Ҡалалағы күпселек кафеларҙа тап ошо йүнәлештәге репертуарға өҫтөнлөк бирелеүе ғәжәйеп түгел. Ә инде уға башланғыс биреүсе Рөстәм Асанбаев тураһында яҡташтары яҡты хәтирәләр һаҡлай һәм уның яҙмалары, ул ижад иткән йырҙар әле лә яңғырай. Билдәле музыкант, гитарасы, “ДДТ” төркөмөнөң тәүге составы солисы Рөстәм Асанбаевтың хәтер кисәһенә уның ижадын үҙ итеүселәр, дуҫтары, яҡындары һәм ғөмүмән, яҡшы рок һөйөүселәр йыйылғайны. Ҡасандыр уның  менән  бергә ең һыҙғанып  эшләгән  музыканттар Рөстәм Нәжиб улы менән бәйле йылы хәтирәләр  менән бүлеште. Табиптар үткән йәй Рөстәм Асанбаев  үпкә яман шеше тигән диагноз ҡуя. Ул һуңғы көнөнә тиклем был ҡаты ауырыу менән көрәште. Әйткәндәй, февраль айында күренекле рок-музыкант Юрий Шевчук үҙенең дуҫы, Өфө егете, ДДТ төркөмөнөң тәүге составы гитарисы Рөстәм Асанбаевҡа ярҙам йәһәтенән хәйриә концерты ойошторғайны. Саранан йыйылған аҡса дауаланыу курстары өсөн йүнәлтелде. Өфө музыканттары ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Уларҙың һәр кеме аҙаҡҡа тиклем дуҫтарының һауығыуына ышанған.  Рөстәм Асанбаев 20-се быуат рок музыкаһының билдәле шәхесе булып ҡала. Ул Юрий Шевчук менән бергәләп рус рок музыкаһының яңы дәүерен булдырыусы. Уны юғалтыуҙы  бөтә йәмәғәтселек ауыр кисерә. Үҙенең артынан яҡты эҙ ҡалдырған,   күптәр өсөн үрнәк, өлгө булған шәхесте йәштәр ҙә тик йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Кисәлә Рөстәм Нәжипович етәкселек иткән  «Boogie Band» һәм башҡа рок төркәмдәр сығыш яһаны. 22 сентябрь – Рөстәм Нәжиб улының тыуған көнөндә дуҫтары уға бағышлап ҙур фестиваль үткәрергә йыйына. Ә был хәтер кисәһе Рөстәм Асанбаевтың рок һәм блюз донъяһын үҫтереүгә һәм байытыуға өлөш индергәне өсөн рәхмәт билдәһе булып яңғыраны. Саранан йыйылған аҡса музыканттың ғаиләһенә ярҙам тапшырыла.

 

До отключения аналогового телевидения в Башкортостане осталось:

Яндекс.Метрика