Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Яңы төр космос карабы “Союз МС” орбитаға сыҡты. Ул “Союз-ФГ” ракета йөрөтөүсенән айырылып халыҡ-ара космос станцияһына йүнәлеш алды. Корабль бортында-Рәсәйҙән Анатолий Иванишин, Американан Кэтлин Рубенс һәм Япониянан Такуя Ониси. Улар иртәгә иртән станцияға  осоп етергә тейеш.

Америка Төнъяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ын һәм юғары вазифа биләгән тағы ла 22 чиновникка ҡарата санкциялар индерҙе. Ҡушма Штаттар дәүләт департаменты Пхеньянды ошо сәбәпле төрлө белдереүҙәр һәм аҙымдар менән төбәктә көсөргәнешлекте арттырмаҫҡа саҡырҙы. Пхеньян иһә Америкаға бик ҡаты яуап бирәсәге тураһында белдергән.

Ҡырым күпере төҙөлөшөн ҡарағандан һуң сит ил хәбәрселәре ярымутрауҙа йәшәүселәрҙең йәшәйеше менән дә танышҡан. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң Ҡырымда тормош яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Журналистарҙың фекере шундай.
Тайванда һәм Ҡытайҙың көнсығыш виләйәттәренә «Непартак» тайфуны яҡынлаша. Емергес көскә эйә булыусы  был тайфун һыу баҫыуға һәм ер ишелеүгә килтереүе ихтимал. Шуға ла урындағы хакимиәттәр именлек саралары күрә. Япония һәм Көньяҡ Корея хакимиәттәре лә халыҡты уяу булырға саҡырған.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика