Бөгөн – ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө

Республикала күркәм, үрнәк булырҙай ғаиләләр бихисап.

Бындай тауышҡа күршеләр күптән инде өйрәнеп бөткән, ти Левчуктар ғаиләһе. 15 йыл элек йәштәр араһына мөхәббәт күперен дә йыр-моңға булған һөйөү һала.

Гүзәл музыка уҡытыусыһы,иптәше Андрей бөтөнләй башҡа һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, гитарала уйнарға, йырларға  әүәҫ. Атаһынан күргән – уҡ янған, әсәһенән күргән – тун бескән, тигәндәй ҡыҙҙары Рената ла вокал буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып урындар яулай.

Музыканан тыш, Левчуктар балсыҡтан, тимерҙән сыняһауҙар эшләү менән дә шөғөлләнә. Бергәләп велосипедта елдереү ҙә ғаиләне – берләштерә.  Татыу ғаилә ҡороу һәм уны һаҡлап ҡалыу серҙәрен улар бына нисек аңлата.

Бәхетле ғаиләнең асылы – һөйгән йәреңә ышаныу, яратҡан шөғөлдәренә кәртә ҡуймау, һәм әлбиттә мөхәббәт емештәре- балаларҙың эргәлә йүгереп йөрөүе, ти парҙар.

Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә. Һәр ғаилә – үҙе бер дәүләт. Ошо кескәй дәүләттәр татыу, бәхетле булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтле, көслө булыр.



Последние новости

Яндекс.Метрика