Симфония төнөнә килгән тамашасылар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән киноға төштө

Сара барышында опен-эйр майҙанында Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” тигән фильмының эпизодтары төшөрөлдө. Актерҙар сәхнәлә лә, тамашасылар араһында ла эшләне. 

Барыһы ла ысынбарлыҡта булһа, Германияның танылған тауыш режиссеры малайға ярҙамға килер ине. Әммә сәхнәлә барған күренеш уға бер ҙә ҡағылмай. Был әлегә уйлап сығарылған Симфония төнө. Күренекле солистың өҙөлгән сығышы тураһындағы  40 секундлыҡ күренеш – Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” тигән фильмының бер өлөшө.

Фильмдың массовкаһында Симфония төнөн ҡарарға килеүсе ябай халыҡ. Көн ҡояшлы торғас, конгресс-холл янындағы майҙан опен-эйр башланғанға тиклем ярты сәғәт алдан тамашасылар менән тулғайны.

Өҫкө майҙанда операторҙар мобиль кран төҙөп, икенсе күренеште төшөрөргә әҙерләнә.

Әйтеүе генә рәхәт. Кәрәккәнсә килеп сыҡһын өсөн фильм төшөрөүсе төркөмгә әллә нисәмә дубль эшләргә тура килде. Тамашасылар йә артистарҙы ҡаплай, йә видеооператорҙарға ҡамасаулай. Шул арала Сифония төнө лә ҡыҙа барҙы. Сәхнәнән франзуц композиторы Сен-Санстың виртуоз әҫәрҙәренең береһе яңғырай ине.

Ике сәғәттән һуң Милли симфония оркестры дирижерын Камил Абдуллин алыштырҙы. Уның программаһы Рәсәй һәм сит ил фильмдарында ҡулланылған музыкаға бағышланған. Бында ул бер юлы өс роль башҡара — Симфония төнөнөң икенсе дирижеры, персонаж һәм төшөрөлгән фильмдың композиторы. 

Симфония төнөнә килгән тамашасылар фильмға төшөрөлөүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалды. Сценарий буйынса Полина Смыковская башҡарыуындағы персонаж йәшел сәсле ҡыҙҙы эҙләй. Әммә унда был күренеш “Неуливимые мстители” фильмындағы “Погоня” тигән йыр аҫтында үтеүе әйтелмәгән. 

“Өфөнән һөйөү менән” фильмының премьераһы 14 февралдә –Ғашиҡтар көнөндә көтөлә. Уңышлы булһа, был Симфотөн кино хроникаһына ғына инеп ҡалмай, ә ҙур танылыу яулаясаҡ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика