Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Берлинда демонстранттар менән бәрелештә полицияның 123 хеҙмәткәре яраланған. Хакимиәттәр менән килешелгән демонстрация тамамланғас, һул радикалдар полицияға һөжүм иткән. Тәртипһеҙлектәр иртәнгә тиклем дауам иткән. Дүрт автомобилгә ут төртөлгән. 86 кеше ҡулға алынған. Полицияла белдереүҙәренсә, һуңғы биш йылда Берлинда бындай агрессив демонстрация үткәне булмаған.

Рәсәй хәрбиҙәре Сүриәнең Латакия виләйәтенә 2 тонна самаһы гуманитар ярҙам алып барҙы. Был турала һуғышыусы яҡтарҙы яраштырыу буйынса үҙәк вәкиле Кирилл Савин белдерҙе. Ике тонна он, ит һәм балыҡ консервалары аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә таратыласаҡ. Ит ризыҡтарына Латакияла йәшәүсе халыҡ айырыуса мохтаж, тигән Кирилл Савин.

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев 2-3 йылдан Ҡырымда ерҙәрҙе һуғарыу мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙәләй. Ҡырымға һыу килһә 200 мең гектар ер әйләнешкә алынасаҡ. Инвестициялар йәлеп итеү әүҙәмләшһә, илдә ярымуртауҙың әһәмиәте бермә-бер артасаҡ, тигән Александр Ткачев РИА новости агентлығына.

Францияла футбол буйынса европа чемпионаты тамамланды. Финалда Португалия майҙан хужаларын 1:0 иҫәбенә еңеп чемпион исемен алды. Уйындың төп ваҡытында командалар гол индерә алманы. Өҫтәмә таймда Португалиянан Эдер үҙ командаһына еңеү килтерҙе. Бөгөн Португалияла байрам. Ә Рәсәйҙә футбол буйынса милли команданы тарҡатыу тураһында петицияға ҡул ҡуйыу дауам итә.  Ул юридик көскә эйә түгел, әммә тейешле органдар йәмәғәтселек фекеренә таянып тейешле ҡарар сығарыуы ихтимал. 

Яндекс.Метрика