Бөгөн Өфөнән 8 ғаилә автомобилдәрҙә Ҡырымға юлланды

„Ҡырым беҙҙеке„ тип аталған автоуҙыш Белогорск районында йәшәүсе халыҡ менән дуҫлыҡ ептәрен, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Унда ҡатнашыусылар сәфәр барышында герой-ҡалалар Волгоград, Керчь һәм Севастополдә лә булырға ниәтләй. Баҡыевтар ғаиләһе илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә булған. Әммә, улар беренсе тапҡыр Ҡырымға китеп бара. Сәфәргә ғаилә башлығы бәләкәс ейәнен дә алған. Автоуҙышта ҡатнашыусылар герой ҡалаларҙа йәшәүселәр һәм Белогорск районы халҡы өсөн күстәнәстәр ҙә әҙерләгән. Арғымаҡ этно-рок төркөмө, мәҫәлән, халҡыбыҙҙың көй-моңдарын һәм заманса йырҙарҙы яңғыратасаҡ. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышына арналған реконструкция күрһәтә һәм шоу аҙағынан салют ҡаралған. Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғас Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Быға тиклем Республика етәкселеге төбәктең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу өсөн финанс ярҙам күрһәтте. Бынан тыш районға китаптар, электр генераторҙары, комбайндар, автобустар һәм башҡа техника ебәрелә. Башҡортостан халҡы социаль объекттарҙы төҙөкләндереүҙә, ураҡ эштәрендә лә ярҙам күрһәтте. Был юлы ла автоуҙышта ҡатнашыусылар Ҡырым халҡына ярҙам итергә, улар яңғыҙҙары түгел икәнен аңлатыу маҡсатында сәфәргә юлланды.  „Ҡырым беҙҙеке„ тип аталған автоуҙыш Волгоград, Керчь, Севастополь ҡалалары һәм Белогорск районы аша үтә. Башҡортостан ҡунаҡтары өсөн унда бай мәҙәни программа һәм төрлө экскурсиялар ҡаралған. Автоуҙышта ҡатнашыусылар 5 мең саҡрым юл үтеп, Өфөгә 22 июлдә ҡайтып етергә йыйына. 

Яндекс.Метрика