Өфөлә микрозаймдар биреүсе офистарға һөжүм итеүсе хөкөм ителде

  • Өфөлә микрозаймдар биреүсе офистарға һөжүм итеүсе хөкөм ителде | ГТРК Башкортостан

Енәйәт мәлен видеокүҙәтеү камераһы төшөрөп алған. Ир битен йәшереп Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан офисҡа инә һәм ҡатынды бысаҡ менән ҡурҡытып 13 мең самаһы аҡса урлай. Асыҡланыуынса, быға тиклем ул ошондай уҡ  икенсе офистан  да аҡса урлаған булған. Ир ғәйебен таныған. Суд уны махсус режимлы колонияла 3 йыл ярымға иркенән мәхрүм иткән.

Яндекс.Метрика