Башҡортостандың Юғары суды “Ата юлы” дини ойошмаһы эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһындағы ҡарарҙы раҫланы

Ошондай тәҡдим менән республика прокуратураһы сыҡҡайны. Суд  ялған дауалаусылар эшмәкәрлегенең кеше һаулығы һәм психикаһына зыян килтереүен иҫбатланы. Асыҡланыуынса, үҙҙәрен дин вәкилдәре тип танытыусылар, секта йыйыны мәлендә кешеләрҙе ҡамсы менән дауалап, мәжүсилек йолаларын үтәгән. Ә күрһәткән хеҙмәттәр ҡиммәт тора.

Юғары суд сығарған  ҡарар  рәсми иғлан ителһә лә “Ата юлы” дини ойошмаһы һаман да эшләп килә. Секта вәкилдәре, ахыры, аҡлауға ышана. Үҙҙәрен ата юлын дауам итеүселәр тип танытҡан кешеләр менән тәртип һаҡсылары ҡазаға тарығандарҙың яҡындарынан  алынған  ғаризаларҙан  һуң  тикшереү башлағайны. Бына уларҙың береһе. Үҙен уҡытыусы тип атаған ханым, сектаның буласаҡ ағзалары алдында, йәнәһе лә  теге донъя менән бәйләнешкә инә.

 “Ата юлы” вәкилдәре үҙҙәренә эйәреүселәрҙе мәрхүмдәрҙең йәндәре менән аралаша белеүҙәренә ышандыра. Эксперттар иһә икенсе фекерҙә. Улар ялған остаздарҙы яҡшы психолог, тип атай. Театрлаштырылған яҡшы  тамашанан һуң  уҡыусылар үҙ етәкселәренә тулыһынса ышанған. Ҡамсылау менән өлкәндәр генә түгел, ә балаларҙы ла дауалағандар.

Марсель исемле егет үҙе лә ҡасандыр саҡ “Ата юлы” сектаһына эләкмәй  ҡалған. Дауалаусылар уға булмаған  диагноздар ҡуйып, төрлө сиргә һабышыуы тураһында әйтә. Тап Марсель судта геуаһ булараҡ сығыш яһай.

Бер-нисә сеанстан һуң “Ата юлы” табиптары үҙ ҡорбандарынан  иғәнә, хәйер һорай. Йә булмаһа Ҡаҙағстанда юллама алып, был дәүләттәге изге урындарға барырға саҡыра. Йәнәһе лә, ошондай өс сәфәр мосолмандар өсөн Мәккә һәм Мәҙинәгә барыуға тиңләшә.

Тикшереү барышында тағы ла шуныһы асыҡлана. “Ата юлында” эшләгән һәм үҙен остаз тип танытҡан кешеләрҙең береһенең  дә белеме булмай сыға. Әммә наҙанлыҡ уларға, сектаның башҡа ағзаларына диагноздар ҡуйырға ҡамасаулыҡ итмәй. 

Яндекс.Метрика