Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең бер шиғырында шулай тип яҙған.   Шәжәрә – ырыу тарихы ғына түгел, теге йәки был ҡабилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы ла. Башҡорттар борон-борондан үҙ тарихи ваҡиғаларын шәжәрәһенә яҙып барған. Дүртөйлө районында йәшәүселәр ҙә нәҫел ағасына арнап күләмле байрам ойошторҙо.

Үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан Дүртөйлө районына төрлө төбәктәрҙән ауылдаштар, яҡташтар, ҡунаҡтар  Шәжәрә байрамына йыйылды.

Шәжәрә – төрки халыҡтарҙың нәҫел ағасы, быуындар йылъяҙмаһы. Шулай ҙа байрамда башҡа милләт вәкилдәре лә ҙур теләк менән ҡатнашты. 40-тан ашыу ҡатнашыусы үҙҙәренең ырыу ағасын баһалама ағзалары хөкөмөнә сығарҙы.

19 йәйләү – бер урамды хасил итте. Һәр йорт-ҡура алдында көнкүреш музейы ла урын алғайны.

Байрамға Мишкә, Дүртөйлө, Краснокама, Бүздәк, Илеш райондарынын ҡунаҡтар килде. Республикала был байрам 9-сы йыл рәттән уҙғарыла. Дүртөйлө биләмәһенә был тиклем ҡатнашыусы  беренсе тапҡыр йыйыла.

„Шәжәрә„ байрамын үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға Свердловский өлкәһенән вәкилдәр ҙә килгәйне.

Ҡунаҡтар  конкурста ҡатнашыусыларҙың ғилми эштәрен күреп хайран ҡалды. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың шәжәрәһен Фидан Мәрүәров төҙөгән.  Бының өсөн яугирҙың туғандары йәшәгән ауылға барырға, музей архивтарында эҙләнергә тура килә уға.

Шәжәрә байрамы менән бер рәттән спорт ярыштары ла уҙғарылды. Майҙан балалар тауышынан шау-гөр килеп торҙо. Ҡатыҡлы һауыт эсенән тәңкә табыу иң ауыр һәм ҡыҙыҡлы уйындарҙың береһе булды.

Шәжәрә байрамында ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта. Улар ата-бабаларҙың йолаһын, үҙ белемдәрен йәш быуынға ла тапшыра.

Яндекс.Метрика