Ныҡлы ғаилә - ил терәге

Бөгөн ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йәмғиттә көнүҙәк мәсьәлә. Ошо маҡсаттарға бюджеттан тиҫтәләгән миллион һумдар йүнәлтелә. Аҡса ғына түгел, ғаилә именлеге өсөн әхләҡи тәрбиә лә мөһим. Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса республика хөкүмәте эргәһендәге ведомство-ара совет ултырышында һүҙ ошо хаҡта барҙы.

„ Ныҡлы ғаилә„ федераль проекты бурыстарын ғәмәлгә ашырыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Республикала ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү яҡшы кимәлдә, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. Төбәктә ғаилә сәйәсәте концепцияһы ҡабул ителгән. Уға ярашлы, социаль хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү өлкәһендә һөҙөмтәле эштәр башҡарыла.

Дәүләт ярҙамы иһә йәмғиәттә ғаилә мөнәсәбәттәренә ыңғай ҡараш тәрбиәләнгән, был мөнәсәбәттәр нығынған саҡта ғына файҙаһы бар. Һуңғы йылдарҙағы никах-айырылышыуҙар нисбәте, ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү, ғаиләләге агрессия, өлкәндәр ҡарауы етмәү сәбәпле балаларҙың һәләк булыу осраҡтары әхләҡи тәрбиә талабын йәнә бер тапҡыр раҫлай. Ведоство-ара совет ағзалары фекеренсә, йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, республикала ғаилә абруйын күтәрер өсөн дәүләт ярҙамы менән бер рәттән йәмәғәт ойошмаларының әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү сараларын да киң йәйелдереү зарур. 

Яндекс.Метрика