Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америкала  ҡара тәнле кешеләрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре үлтереүгә ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акциялары үтә.  Батон-Ружела  демонстрацияла ҡатнашыусылар  тәртип һаҡлаусылар менән һуғышҡан. Сент-Пол ҡалаһында полицияға көс ҡулланырға тура килгән. Чикагола акцияларҙы ойоштороусылар ил буйынса күләмле демонстрацияға сығырға саҡырған.  Яҡын арала Америка урамдарына миллионлаған кеше ҡара тәнлеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлап сығыр тип көтөлә.

Пхеньян Көньяҡ Кореяла Американың ракеталарҙан һаҡланыу системаһын урынлаштырыуға ҡаршы етди саралар күрергә вәғәҙәләй. Вашингтон иһә был системаның Төнъяҡ Корея өсөн ҡурҡынысы юҡ, ул  төнъяҡтан янауҙарға ҡаршы тороу өсөн тәғәйенләнгән, тип раҫлай. Пхеньян Америка Корея ярымутрауында ракеталарҙан һаҡланыу системаһын ҡулланып һуғыш башларға йыйына, тип иҫәпләй.

Германияла ҙур ғауға сығырға тора. Илдең махсус хеҙмәттәре Европа берлеге һәм НАТО илдәре етәкселәренең телефондан һөйләшкәндәрен тыңлаған.  Европа һәм төнъяҡ альянс дипломаттары артынан күҙәтеү айырыуса ныҡ булған.

Донбасста Горловканың Никитовск районын  Украина  утҡа тотҡандан һуң урындағы халыҡ ОБСЕ вәкилдәренә ябырылған. Улар был ойошма вәкилдәрен ғәҙел булырға, Украина етәкселегенең енәйәтсел бойороҡтарына күҙ йоммаҫҡа саҡырған.

Украина  армияһы көн һайын тиерлек Донецк халыҡ республикаһы биләмәһен утҡа тота. Йорттар емерелә, тыныс халыҡ һәләк була.

Яндекс.Метрика