Илеш районында үҙенсәлекле археологик экспедиция бара

Төбәктә Юлий Цезарь замандаштары һөйәктәре табылған. Артефакттарға кәм тигәндә ике мең йыл. Тарихсылар әйтеүенсә, был урында башҡорттар, удмурт һәм мариҙарҙың ата-бабалары ерләнгән. Төп  табыштарҙың береһе – ун йәшлек һунарсы малай һөйәктәре. Уға бороңғо зыярат биләмәләрендә юлығалар. Ә ҡәберлеккә иһә кәм тигәндә лә ике мең йыл самаһы. Ғалимдар әйтеүенсә, аусы  малай  һунар кәрәк-яраҡтары менән  бергә  ергә күмелгән. Әлегә иһә сабыйҙың ни өсөн үлгәне генә билдәһеҙ. Археологтар бында ерләнгән мәрхүмдәрҙе башҡорт, мари һәм удмурт халҡының ата-бабалары, тип иҫәпләй. Улар башлыса һунарсылыҡ, көтөүсөлөк менән шөғөлләнгән. Бынан тыш, ҡурғанда бронза биҙәүестәр, һауыт-һаба ла табыла. Шуныһы ла мөһим, был туҡталҡа башҡа ерҙәр менән тура бәйләнештә була. Арехологтар хәҙерге   Илеш районы биләмәләрендә бынан ике мең йыл самаһы элек үк финн-уғыр халыҡтары тормош көткән, тигән фекерҙә. Ауылдар ҙа хәҙерге биләмәләр кеүек бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Иң мөһиме, был урын Бөйөк Ебәк юлының төнъяғындағы иң һуңғы нөктә. Сит ил сауҙәгәрҙәре менән алыш –бирештең юғары кимәлдә булыуына ла дәлилдәр байтаҡ. Мәҫәлән, төрлө төҫтәге муйынсаларҙы Бороңғо Римдән килтергәндәр. Каури ҡабырсаҡтары тик һинд йә тымыҡ океанда ғына була. Ҡытайҙа улар аҡса ролен үтәһә, хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә улар биҙәүестәр тип иҫәпләнгән. Әммә, был табыштарға археологтар осраҡлы ғына килеп сыға. Уҙған йыл был ерҙә ҡом сығарғандар. Тикшереү эштәренә Һамар менән Өфө тарихсылары йәлеп ителгән. Уларға иһә ярҙамға студенттарҙы беркеткәндәр.  Археологтар ошонда тағы бер ҡурған бар, тип иҫәпләй. Илештә табылған артефакттар тиҙҙән Һамарға оҙатыласаҡ. Һуңынан иһә улар музейға тапшырыла. 

Яндекс.Метрика