Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Италияла пассажир поезы һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алалар. Кисәге фажиғәлә кәм тигәндә 12 кеше һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Бари һәм Барлетта ҡалалары араһында ике поез да бер үк юлдан ҡапма-ҡаршы килгән.

Германияла ҙур ғауға сығырға тора. Илдең махсус хеҙмәттәре Европа берлеге һәм НАТО илдәре етәкселәренең телефондан һөйләшкәндәрен тыңлаған.  Европа һәм төнъяҡ альянс дипломаттары артынан күҙәтеү айырыуса ныҡ булған.

Белоруссияның Витебск өлкәһенән ҡойон үткән. Көслө ел  бик күп йортто емергән. 8 ауыл һәм ҡасаба  утһыҙ ҡалған. Елдең тиҙлеге секундына 16 метрға еткән.

Рәсәйҙең билдәле сәйәхәтсеһе Федор Конюхов Жюль Верн геройҙарының батырлығын ҡабаламаҡсы. Ул һауа шарында биш аҙнала түгел, ике аҙнала ер тирәләй осоп сығырға ниәтләй. Шарҙы тейешле бейеклектә тотоу өсөн төн һайын пропан яндырырға кәрәк буласаҡ.

Яндекс.Метрика