Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция үҫеше буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителәсәк

Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошо мәсьәләгә арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Бынан тыш, ултырышта Дәүләт унитар предприятиеларының эшмәкәрлеге тикшерелде. Рөстәм Хәмитов ойошмаларҙың хәлен яҡшыртыу буйынса саралар күрергә ҡушты. 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән иҡтисади һәм инвестиция үҫеше буйынса дәүләт программаһы Башҡортостанды ил кимәлендә алдынғы урындарға сығарырға тейеш. Документҡа ярашлы, республикала эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса күп функциялы үҙәктәр асыу, дәүләт хеҙмәтен күрһәтеүҙе яҡшыртыу, халыҡтың килемен арттырыу, инвестиция мөхитен камиллаштырыу ҡарала. Әле тағы ла 5 проект әҙерләнә. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов уларҙы ентекле тикшереп, тормошҡа ашырырға ҡушты. Ултырышта Башҡортостан тауарҙары брендын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Белгестәр әйтеүенсә, беҙ 25 йыл Мәскәү баҙарына инә алмайбыҙ. Мәҫәлән, башҡорт балын һәм башҡа тауарҙарҙы баш ҡалала һәм икенсе өлкәләрҙә ауырлыҡ менән һатабыҙ. Кәңәшмәлә дәүләт унитар предприятиелары эшмәкәрлеге тикшерелде. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, быйыл 70 ойошманың 41-е генә килем алған. 22 предприятие бөтөнләй табыш килтермәгән. Дөйөм зыян күләме 1 миллиард һумға баһалана. Был мәсьәләне Рөстәм Хәмитов айырым иғтибарға алды.Хөкүмәт ултырышында билдәләнеүенсә, дәүләт унитар предприятиеларында 26 мең кеше эшләй. Ойошмаларҙың ҡайһы берҙәре бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең дә хеҙмәт хаҡы кәмегән.Дәүләт унитар предприятиеларҙың хәлен яҡшыртыу маҡсатында етәкселек итеү сараларын Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына тапшырыу планлаштырыла. Йәғни, ойошманың директорын һәм баш бухгалтерын ведомство раҫлаясаҡ. Бынан тыш, мутлашыу осраҡтары булған предприятиеларҙы тиҙҙән хоҡуҡ һаҡлау органдары ентекле тикшәрәсәк. 

Яндекс.Метрика