Өфө ҡала хакимиәтендә тиҙ йөрөшлө трамвай проектына яңынан әйләнеп ҡайтырға ниәтләйҙәр

  • Өфө ҡала хакимиәтендә тиҙ йөрөшлө трамвай проектына яңынан әйләнеп ҡайтырға ниәтләйҙәр | ГТРК Башкортостан

Был тәү сиратта ҡала иҡтисадының яҡшыра барыуына бәйле. Ҡала мэры Ирек Ялалов тейешле органдарға документтар әҙерләргә ҡушты.Быға тиклем Өфөлә Дәүләт циркы-Блюхер урамы-Трамвай урамы маршруты буйынса тиҙ йөрөшлө транспорт проекты эшләнгәйне. Төҙөлөш 2013 йылда башланырға тейеш ине. Трамвай тиҙлеге сәғәтенә 30 километр, трассаның 4 саҡырымы ер өҫтөнән, километрҙан ашыуы эстакаданан үтергә тейеш ине. Әммә был проектҡа ҡала халҡы ҡаршы сыҡты. Шуға ла ул ҡағыҙҙа ғына ҡалды.

Яндекс.Метрика