Учалы районы аша Ебәк юлы халыҡ-ара раллиһының тиҙлек өлөшө үтте

  • Учалы районы аша Ебәк юлы халыҡ-ара раллиһының тиҙлек өлөшө үтте | ГТРК Башкортостан

Көндәрҙең эҫе булыуына ҡарамаҫтан, раллила ҡатнашыусы машиналарҙы һәм уларҙың ярышын ҡарарға күп кеше килгәйне. Ебәк юлы Африка һәм Европа-Азия континет-ара ралли-марафондарҙың матур йолаларын да, үҙенә генә хас һыҙаттарҙы ла бергә туплаған. Маршрут оҙонлоғо 10 мең 735 километр, трасса сикһеҙ дала, бормалы тау, ҡом бураҙналары аша һалынған. Ҡеүәтле автомобилдәр Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытайҙың 15 ҡалаһы аша үтә.  Ебәк юлы раллиһын ойоштороусылар маршруттың һәр өлөшөн спортсылар өсөн мауыҡтырғыс һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ булһын, тип уйлап эшләгән. 

Яндекс.Метрика