Башҡортостандың 39 мәктәбе физик культура һәм спортты үҫтереү өсөн 70 миллион һумдан ашыу субцидия аласаҡ

  • Башҡортостандың 39 мәктәбе физик культура һәм спортты үҫтереү өсөн 70 миллион һумдан ашыу субцидия аласаҡ | ГТРК Башкортостан

Ошо турала республика хөкүмәте ултырышында белдерелде. Сумманың 50 миллиондан ашыуы федераль бюджеттан, 20 миллионы Башҡортостан ҡаҙнаһынан йүнәлтелә. Был аҡса райондарға конкурс нигеҙендә бүленә. Шуныһы ла мөһим, муниципалитеттарҙың да үҙ сығымдары булырға тейеш. Субсидия ауыл мәктәптәренең спорт залдарын төҙөкләндереү, физик культура менән шөғөлләнеү өсөн төрлө майҙансыҡтар булдырыу, яңы инвентарь һәм ҡоролма алыу өсөн тотонола. Бынан тыш, уҡыусыларҙы күберәк сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, спорт түңәрәктәре асыу өсөн тотонола. 

Яндекс.Метрика