Бөгөн Өфөнөң беренсе янғын һүндереү бүлегенә - 200 йыл тулды

Быуаттар дауамында янғын һүндереүселәрҙең бурыстары үҙгәрешһеҙ ҡала. Көн һайын тиерлек уларға ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Был хеҙмәткә  бар ғүмерен бағышлаған кешеләр бихисап.  Янғын һүндереүсе-яҡшы белем һәм тәжрибә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап иткән донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Ғүмер буйына үҙен кешеләрҙе бәләнән ҡотҡарыуға бағышлаған Вячеслав Петр улы эшләү дәүерен һағынып иҫкә ала.Был һөнәрҙе Вячеслав Гончаруктың ҡатыны ла, ике улы ла үҙ иткән.  Өлкән улы Евгений етәкселегендәге  1 – се янғын һүндереү бүлегендә  көслө һәм намыҫлы команда тупланған.  Бер аҙ тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1649 йылдың 30 апрелендә батша Алексей Михайлович Рәсәйҙә янғынға ҡаршы хеҙмәт ойоштороу хаҡындағы Указға ҡул ҡуйған. Профессиональ янғын һүндереүселәр командаһының береһе Пётр I тарафынан төҙөлгән. Өфөлә иһә 1759 йылда, Кремлгә ут тоҡанғандан һуң, яңғын һүндереү хеҙмәте ныҡлы эшләй башлай.Янғын һағы музейында  янғынға ҡаршы пропаганда һәм йәмәғәт менән бәйләнеш үҙәге хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа агитация эше алып бара, йыл дауамында  мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн экскурсиялар ойоштора.Янғын һүндереүселәр ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып көн һайын  үҙ бурыстарын үтәй.  Утҡа ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк булыусылар ҙа бар.2003-сө йылды „Лидо„ күңел асыу үҙәгендә булған янғында  Виктор Вершиновский менән Динар Хөснөтдинов  һәләк булды. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында 8-се янғын һүндереү бүлегендә таҡтаташ астылар. 

Яндекс.Метрика