Торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан ветерандарҙың яртыһы иҫке фатирҙарында йәшәргә мәжбүр

Ошондай мәғлүмәтте Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағындағы ветерандар эштәре буйынса координация советы ултырышында иғлан иттеләр. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы уңышлы эшләп килә. Әммә, урында хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. 91 йәшлек Герман Федин ҡартайған көнөндә өй туйланы. Яңыраҡ ҡына ул тормош иптәше менән фатирында ремонт та эшләгән. Ғүмер буйы балалары өсөн йәшәгән ололарҙың хәҙер айырым йәшәү урыны бар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Герман Федин хәрби осоусы була. 2000-се йылдар башында ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ғариза яҙа һәм ниһәйәт был бәхетле ваҡыт етә. Бирелгән сертификатҡа ветеран яңы фатир һатып ала. Әммә, торлаҡ ике бүлмәле булғас, өҫтәп аҡса түләргә тура килә.Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы үтәлешен хөкүмәт ҡарамағындағы координация советы ултырышында ла тикшерҙеләр. Уға ярашлы, йыл һайын исемлек тулылана бара. Әлеге ваҡытта ошондай 170 ветеран сиратта тора. Ҡанунға ярашлы, уларға 1 йыл эсендә фатир һатып алыуға сертификат тапшырылырға тейеш. Быйыл был маҡсатта 900 миллион һум аҡса бүленгән. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып 10 меңдән ашыу ветеран торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Әммә, ысынында барыһы ла яңы фатирҙа йәшәмәй.Мәсьәлә әле һаман асыҡ ҡала. Сөнки, иҫке йорттарҙа йәшәгән ололар йылдан йыл арта. Шуға күрә ултырышта райондарҙағы хәлде тикшереп, был йүнәлештә эште көсәйтергә ҡушылды. 

Яндекс.Метрика