Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә президенты Башар Асад террорға ҡаршы көрәштә Рәсәйҙең  ролен хәл иткес тип баһалаған. Ул шулай уҡ Рәсәй хакимиәттәре уны властан алыуҙа ҡатнашмаҫ тигән ышаныс та белдергән. Эн Би Си ньюс телеканалы хәбәр итеүенсә, Асад бер ваҡытта ла Рәсәй президенты менән үҙенең вазифаһынан китеүен тикшермәгән. Мәскәү сәйәсәте килешеүҙәргә түгел, ҡиммәттәргә ҡоролған тигән Башар Асад.

Рәсәйҙең Ховерсурф компанияһы осоусы мотоциклдың исем туйын үткәрҙе. Аппаратты ҙур коптер тип атаһаң да була. Ул тәү сиратта халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү өсөн эшләнгән. Проект авторҙары заказдар була ҡалһа, уны күпләп эшләргә ниәтләй. Осоусы мотоциклдың хаҡы яҡынса 52 мең доллар.

Бөйөк Британиянан Макс Кейв Гонконгтағы  25 ҡатлыҡ йорттоң башынан ырғыған. Экстремал ҡыйыҡ ситенән югереп икенсе бинаның ҡыйығына  һикергән.

Испанияның Памплоне ҡалаһында Сан-Фермин фестивале үтте. Уның барышында ҡала урамы буйлап үгеҙҙәр йүгереүе лә ойошторола. Уларҙан меңдән ашыу кеше ҡасҡан. 6 кеше йәрәхәтләнгән. Хайуандарҙы яҡлау ойошмаһы кисекмәҫтән бындай фестивалдәрҙе тыйырға саҡыра.  

Яндекс.Метрика