Беҙҙең канал иғлан иткән ,,Алтын бишек,, акцияһы дауам итә

Хәбәрселәребеҙ иң матур эстәлекле ауылдарҙы асыҡлай. Бөгөн стартты Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы халҡы  ҡабул итте.  Амангилде    ауыл биләмәһенә ҡараған ун ауыл араһында Көсөк-Маяҡ әүҙем, матур ғаиләләре,  берҙәм халҡы, борондан ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып йәшәүҙәре, йолаларҙы һаҡлап алып ҡалыуы менән айырыла.  Ауылдағы бер сара ла ағинәйҙәрһеҙ үтмәй.  Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы ла улар  үҙенсәлекле, башҡорт халҡына ғына хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршылай, Көсөк ауылына ғына хас ҡамыр ашы менән һыйлай. Ауылдың иң рухлы инәйҙәре һәр йома һайын иман йортона ҡорға йыйыла. Бында улар төрлө мәсьәләлр хаҡында фекер алыша, белгәндәре менән уртаҡлаша.Исем туйлау, килен һөйөү, әрме сафына оҙатыу булһынмы, барыһын да ғөрөф-ғәҙәткә таянып шартына тура килтереп уҙғарабыҙ, ти Гөлсирә Ғарипова.Көсөк ауылы татыу, оҙаҡ ғүмер иткән матур парҙары менән дә дан тота. Был юлы беҙҙең канал бүләкте – 50 йыл бергә йәшәгән ғаиләгә тапшырҙы. Тәғзимә Ғаяз ҡыҙы ғүмер буйы балаларға белем өләшә, иптәше – Ишмөхәммәт Ғатауллин үҙен      бағышлай.Беҙҙең акцияның партнерҙары ошондай махсус бүләк әҙерләне. Уның ярҙамында һеҙ үҙегеҙ яратҡан каналдарҙы, һәм әлбиттә беҙҙең Рәсәй каналын яҡшы сифатта ҡарай аласаҡһығыҙ. Һәр ауылдағыса Көсөктә лә уңған, йүнсел хужалар етерлек. Сабит һәм Зимфира Ғүмәровтар егерме йылдан ашыу умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ғүмәровтар умартасы эшен ҡәҙимге көн менән ялға бүлеп ҡарамай. 30 умартанан йыл һайын тоннаға яҡын бал айыртып алалар. Урта рус тоҡомло бал ҡорттары уҫаллыҡтары менән айырылып тора, ти хужа. Ғүмәровтар егерме йыл эсендә бал кәсебенең бар нескәлектәрен өйрәнеп, бөжәктәрҙең хатта кәйефен асыҡларға күнеккән.Ә бына үҙенсәлекле музей, моғайын Көсөк ауылында ғына түгел, ә бар Башҡортостанда берәүҙер. Миңһылыу һәм    гаражында йәнең теләгәнде табырға мөмкин. Транзистер, радио, кассеталар, видеотаҫмаларҙың ниндәйе генә юҡ. Хатта 1945-се йылғы газета ла һаҡланған. Ауылға килгән ҡунаҡтар, балалар уларҙы күрергә теләп килә.Ауыл беҙҙе үҙенең ҡунаҡсыл, ихлас халҡы, бай тарихы,  үҙенсәлекле музейы менән әсир итте. Йола, ғөрөф-ғәҙҙәттәргә йәш быуынды әйҙәгән ағинәйҙәр ҡоро ла айырым иғтибарға лайыҡУчалы районы Көсөк ауылында йәшәүселәр үҙҙәренең батырҙары, дәртле-моңло халҡы менән дә дан алған. Әгәр ҙә һеҙҙең ауылығыҙҙа ла ошондай халыҡ бар икән….. Рәхим итеп беҙҙең акцияла ҡатнашығыҙ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. 

Яндекс.Метрика