Бөгөн иртән Истамбул-Өфө самолеты башҡала аэропортына ултырҙы

  • Бөгөн иртән Истамбул-Өфө самолеты башҡала аэропортына ултырҙы | ГТРК Башкортостан

Бөгөн иртән Истамбул-Өфө самолеты башҡала аэропортына ултырҙы. Төркиәләге фетнәнән һуң был беҙҙең аэропортҡа ултырған тәүге аэробус. 

Әле Рәсәй туристарын илгә ҡайтарыу дауам итә. Истамбул, Антальянан Мәскәү, Санкт-петербург, Краснодар һәм Махачкалаға 5 самолетта 450 турист алып ҡайтылған. Бөгөн тағы ла 11  самолет менән Мәскәү, Ҡазан, Сочи, Екатеринбург, Өфө, Дондағы Ростовҡа ял итеүселәрҙе алып ҡайтыу ҡарала. Сәйәси хәл асыҡланғансы Төркиәгә рейстар туҡталып торасаҡ. 

 

Яндекс.Метрика