Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәнең көньяғында урынлашҡан Инжирлик хәрби базаһы етәксеһе илдә фетнә ойоштороуҙа ҡатнашлығы булыҙа ғәйепләнеп ҡулға алынған. Генерал Бакир Эркан менән бергә юғары вазифа биләүсе 10 хәрби ҙә тотолған. Инжирлик базаһында Америка, Бөйөк Британия, Германия, Сәғүд Ғәрәбстаны  самолеттары урынлаштырылған. 

Төркиә хакимиәттәре хәрби фетнәне Америкала йәшәүсе Фәтҡулла Гюлен ойоштороған тип иҫәпләй. Әммә билдәле йәмәғәт эшмәкәре ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм  илдә хакимиәткә килеүҙ хәрби фетнәнән тыш башҡа ҡанунлы юлдары бар тип белдерә.

Францияның элекке президенты Николя Саркози илдә хакимлыҡ итеүсе социалистарҙы террорға ҡаршы көрәштә һөҙөмтәһеҙ саралар күреүҙә ғәйепләй. Ул ил етәкселеген Рәсәй менән тиҙ арала уртаҡ тел табырға саҡырған. Франция террор менән ҡапма-ҡаршы ҡалды. Уға ҡаршы көрәштә терәк булырҙай дуҫтар кәрәк тигән Саркози.

Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко футбол буйынса йыйылма команданың таратылыуын хәбәр итте. Мутко шулай уҡ милли команданы яңынан йыйыу тураһындағы петицияға ла үҙ фекерен белдергән.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юридик көскә эйә булмаған был петицияға 900 мең кеше ҡул ҡуйҡан. Спорт министры яҡын арала уның авторҙары менән осрашырға теләк белдергән. 

 

 

Яндекс.Метрика