Башҡортостан Автономияһының йөҙ йыллығы юғары кимәлдә үтәсәк

Ошо турала республика  башлығы Рөстәм Хәмитов  белдерҙе. Рөстәм Зәки улы һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәк тәҡдиме тәүҙә Рәсәй Хөкүмәтендә, һуңынан ил етәксеһендә лә хуплау тапҡан. Башҡорт автономияһының йөҙ йыллығын байрам итеүгә ике йыл ярым самаһы ваҡыт булһа ла, яҡын арала уҡ айырым комитет төҙөләсәк. 

1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлай, ә инде 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Тап был көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Башҡорт халҡы рустар менән бер рәттән Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыусы булып тора, ти тарихсылар.  Ерен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән килешеүгә ҡул ҡуйыу халҡыбыҙ өсөн айырыуса әһәмитәле дата. 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика