Рәсәйҙә 220-се федераль закон үҙ көсөнә инде

Яңы ҡанун һәр кемгә ҡағыла тиерлек. Сөнки, ул йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеген көйләй. 

Яңы закон лицензияһыҙ кәсеп иткән автобус водителдәрен асыҡлау һәм транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу йәһәтенән ҡабул ителде. Әммә, Өфө был үҙгәрештәргә әҙер булмай сыҡты.

Күпселек автобустар маршрутҡа сыҡманы һәм йәмәғәт транспортында йөрөгән кешеләр эшкә һуңланы.  

Операция барышында йөҙләгән автобус туҡтатылды. Инспекторҙар йәмәғәт транспорты водителенең маршрут карточкаһын һәм хакимиәт тарафынан раҫланған башҡа документтарын тикшерә. Ҡайһы бер водителдәрҙең лицензиялары законһыҙ бирелгән. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдарына уларҙың ниндәй юл менән алынғанын асыҡларға ҡала.

Операция барышында пассажирҙар ғына түгел, ә водителдәр ҙә зыян күрҙе. Мәҫәлән, был водителдең документтарын тикшерергә тип туҡтатҡанда, кемдер уның барлыҡ килемен сәлдергән. 

Өфөлә быйыл ғына легаль булмаған автобус водителдәре ҡатнашлығында тиҫтәләгән авария теркәлгән. Уларҙа бер-нисә кешенең ғүмере өҙөлгән. Был ҡанун еңел аҡса эшләүселәр һәм авариялар һанын аҙайтыр, тигән ышаныс бар.

Төҙөк булмаған автобус менән пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү тыйыла. Тейешле документтарһыҙ шулай уҡ рейсҡа сығырға ла рөхсәт ителмәй. Законды үтәмәгән водителгә 20 мең һум, ә компанияға 200 мең һум штраф билдәләнгән.

Яңы ҡанунға ярашлы, тролейбус, трамвай йә автобус водителе туҡталышта түгел, ә башҡа урында пассажирҙы төшөрһә, бына әлеге кеүек, уға 3 мең һум штраф һалына. Бындай юл ҡағиҙәһен боҙоу ҡабатланһа, штраф күләме 5 мең һум ҡаралған.

Инспекторҙар билдәләүенсә, автобус водителдәрен мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Сөнки, улар аҡса артынан ҡыуып пассажирҙар ғүмерен йыш ҡына хәүеф ҫтына ҡуя. 

Бөгөн дә Өфөлә тиҫтәләгән автобус рейсҡа сыҡманы. Ошоға күрә туҡталыштырҙа кешеләр күп. Инспекторҙар билдәләүенсә, хәҙер юлдарҙа легаль булмаған водителдәр юҡ тиерлек.

Республика етәкселеге был мәсьәлә буйынса тикшереү башланы. Махсус комиссия автобустар етешмәү һәм халыҡты транспорт менән тәьмин итеү мәсьәләһен өйрәнә. Уның буйынса ҡарар ошо арала ҡабул ителер, тип көтөлә.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика