Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»

«Башавтотранс» компанияһы ҡала эсендәге маршруттарҙы арттырырға йыйына

Лицензияһыҙ пассажир ташыусыларға ҡарата ҡабул ителгән саралар арҡаһында Өфөлә автобустар һаны аҙайҙы. Шуға күрә, дәүләт предприятиеһы бер нисә йүнәлештә яңы маршруттар ебәрергә уйлай.  Айҙар Әфләтүнов 31-се маршрут водителе. Үҙәктән Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенә йөрөй. Көн һайын ул йөҙәрләгән пассажирҙы ташый. Шуға күрә, автобус таҙа һәм төҙөк булырға тейеш. Автобус иҫке генә, әммә эсендә артыҡ еҫтәр һиҙелмәй, тауыш сыҡмай. Барыһы ла төҙөк күренә. Техниканың төҙөклөгөн тиҫтәләгән белгес тикшерә. Көн һайын ҡала буйлап, башҡа төбәктәргә 200-ҙән ашыу автобус рейсҡа сыға. Улар юлда боҙолоп ҡуймаһын өсөн механиктар кисен әҙерлек эштәре алып бара. Был ваҡытта водителдәр медицина тикшереүе үтә һәм юллама ала. Барыһы ла әҙер булғас водителдәр өҫ-буйын тәртипкә килтерә. Маршруттағы автобус Глонасс системаһы аша ентекле күҙәтеүгә алына. Әгәр ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа йә автобус маршруттан сыҡһа, диспетчер шунда уҡ водитель менән бәйләнешкә инә. Яңыраҡ легаль булмаған водителдәр менән көрәш маҡсатында 220-се федераль закон үҙ көсөнә инде. Тимәк, хәҙер кәрәкле документтарһыҙ эшләгән водителдәр килемһеҙ тороп ҡалыуы ихтимал. Был етешһеҙлекте предприятие тулыландырырға йыйына ла инде. Тәжрибә күрһәтеүенсә, һуңғы осорҙа күпселек кеше дәүләт пассажир ташыу предприятиеларын һайлай. Юл йөрөү унда арзан, бынан тыш автобустар ҙа һәр ваҡыт төҙөк.

Яндекс.Метрика