Еләк үҫтереп күпме килем алырға мөмкин?

Мөмкин, тик еләк сорттарын дөрөҫ һайлай һәм тәрбиәләй белеү  мөһим, ти тәжрибәле баҡсасылар.  Шаран районы Яңы Йомаш ауылында йәшәүсе Яковлевтар ғаиләһе был кәсеп менән ете йыл элек ныҡлы шөғөлләнә башлай. Миҙгел буйына еләк һатып кәсеп итә улар.  Баҡса еләге –үрсетеүгә еңел, ләкин мул уңыш алыу өсөн дөрөҫ тәрбиәләп үҫтерергә, иренмәҫкә кәрәк. Бигерәк тә сәскә атҡан сағында, мул итеп һыу һибеү талап ителә, ти хужалар. Һәр сорттың үҙенә генә күрә сере лә бар. Тәү ҡарауға ябай ғына күренгән еләк үҫтереп-һатыу кәсебе, бер кешенең генә ҡулынан килерлек, эш түгел, ти Татьяна. Шуға күрә үҫеп килгән улдары ла ғаилә эшенә үҙ өлөшөн индерә. Хужалар әйтеүенсә, ярты ауыл еләк үҫтереп-һатыу менән шөғөлләнә. Шуға күрә  Яңы Йомаштың тирә-йүнгә  – еләкле ауыл, тигән даны ла сыҡҡан. 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика