Белемде ғәмәлдә үҙләштереү уҡыусыны белгес дәрәжәһенә еткерә

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарының уҡыу йылында  ғәмәли сирек — мотлаҡ талап. Дәреслектәге ҡағиҙәләрҙе улар хужалыҡта һынап ҡарай. Бындай хужалыҡтар ҙа осраҡлы ғына һайланмай.  Ветеринария факультеты студенттары быҙау мөгөҙҙәрен көйҙөрөү ысулдары тураһында белешмә ала. Мал дауалау алымдарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнгән Фидан Бикбаев иһә быҙауҙарға прививка яһауҙа ла ҡатнаша. Фермала мал сәләмәтлеге кисектергеһеҙ мәсьәлә. Сирҙе асыҡлау һәм иҫкәртеү мөһим. Шуға ла ветеринария хеҙмәте һәр саҡ уяу. Буласаҡ зоотехниктар мал аҫрау, агрономдар үҫемлектәр тәрбиәләү серҙәрен өйрәнһә, механиктар бөгөндән техника төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Остаздар алмаш килеүенә шат, йөҙгә яҡын техника берәмеге торған гаражда мәшәҡәттәр һәр кемгә етерлек. Аграр университет етәкселеге студенттарҙың белемен ғәмәлдә үҙләштереү майҙаны булараҡ республиканың алдынғы хужалыҡтарын юҡҡа ғына һайламай. Алексеевка совхозында, мәҫәлән, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүҙең күп төрлө тармаҡтары киң үҫешкән. Буласаҡ белгестәргә теоретик белемде практикала ҡулланыу өсөн шарттар өлгөлө. Ауыл хужалығы өлкәһендә юғары белем биреү йорто студенттарының йыл да дүрт меңе республиканың уңышлы эшләгән предприятиеларында практика үтә. Уларҙың исемлеге ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә билдәләнә. Хужалыҡтарҙы белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында республикала йәштәр өсөн торлаҡ һатып алыу йәки төҙөүгә ташламала биреү саралары күрелә, эшҡыуарҙар өсөн бизнес  программалары эшләй. Үҙен ғәмәли эштә күрһәткән, ҡыҙыҡһыныусан һәм егәрле кешеләр һәр ерҙә лә кәрәк. Бөгөнгө студенттар хеҙмәт юлын ошо хужалыҡта дауам итһә лә, өр-яңы хужалыҡ ойоштороп эшләргә теләһә лә, алдығылар тәжрибәһе тик файҙаға ғына.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика