Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»

Вируслы покемон

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәте мәғлүмәт именлеге менән шөғөлләнеүсе белгестәргә һылтанып Покемон Гоу уйынының ҡурҡынысы тураһында иҫкәртә. Мутлашыусылар вируслы ҡушымта эшләп тарата. Ул мобиль телефондан шәхси мәғлүмәтте урлай һәм уның хужаһының ҡайҙа булғаны, нимә эшләгәнен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Америкала иһә покемон уйнаусыларға һөжүм итә башлағандар. Әле ҡораллы дүрт ир ҡулға алынған. Шуға ла Роскомнадзор уйынсыларҙы уяу булырға, яҡындары һәм туғандары менән даими бәйләнешкә сығып торорға саҡыра.

До отключения аналогового телевидения в Башкортостане осталось:

Яндекс.Метрика