Һуңғы аҙнала йәмәғәт транспорты киҫкен мәсьәләгә әйләнде

Иртән кешеләр автобус көтөп эшкә бара алмай интегә, кискеһен ҡайта алмай ыҙалана.  Рөхсәт ҡағыҙҙары булмай тороп рейсҡа сыҡҡан водителдәргә ҡарата талаптарҙы көсәйтеү бына шундай эҙемтәләргә килтерҙе. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы, юлдарҙы күҙәтеү идаралығы машиналары дежурға сыҡты. Биш көн эсендә автобус водителдәре бер-нисә тапҡыр тикшерелгән. Шуға ла туҡталыштарҙа кеше күп. Ә  рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған водителдәр штрафтарҙан ҡурҡып  рейсҡа сыҡмауҙы хуп күрҙе. Биш көн эсендә генә инспекторҙар 4 мең 200 тәртип боҙоу осрағын асыҡлаған. Эсеп руль артына ултырған ике водитель ҡулға алынған. Автобус операцияһы 25 июлгә тиклем дауам итәсәк.  

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика