Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиә өс айға ғәҙәттән тыш хәл режимын идерҙе. Хәрби фетнәгә 5 көн үткәндән һуң хакимиәттәр шундай ҡарарға килгән. Рәжәп Эрдоган әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы конституцияға ҡаршы килмәй һәм хакимиәттәргә тейешле саралар күреү мөмкинлеген бирә. 
“Ебәк юлы” ралли-рейдында ҡатнашыусылар 11-се этапта туҡтап ҡалды. Гоби сүллегендә көслө дауыл сәбәпле оҙатып барыусы вертолеттар һауаға күтәрелә алманы. Финишҡа тиклем дүрт этап ҡалды. Бөгөн экипаждар Алашань-Юциға юл ала. Ярыштың һуңғы этабы Пекинда йәкшәмбе үтәсәк.
Рәсәйҙең олимпия комитеты башлығы Александр Жуков Рәсәйҙең Олимпиадаға бойкот иғлан итмәйәсәген һәм күп федерацияларҙың Рәсәй яҡлы булыуын  белдерҙе. Рәсәй спортсылары Риола Рәсәй флагы аҫтында сығыш яһаясаҡ, тине ул. 18 июль Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ комиссияһы 2014 йылда үткән Олимпия уйындарында Рәсәй спортсыларының допинг ҡулланыуын тикшереү йомғаҡтарын иғлан итте. 

 

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика