Ғафури районында йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале үтте

Унда Башҡортостандан, Омскийҙан, литва һәм Ҡытайҙан 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Үҙенсәлекле бәйгелә ҡатнашыу өсөн Алишер Ходжаев махсус рәүештә Ҡытайҙан килгән. Ул Цинхуа Университетында эшләү менән бер рәттән уҡ атыу менән мауыға. Башлыса заманса алымдар менән уҡ атыусылар ҙан ул, боронғоса уҡ атыуы менән айырыла. Был алымды заманында яугир — һыбайлылар ҡулланған.Бәйге тарихи реконструкция формаһында ойошторолған. Уҡ-һаҙаҡтарҙы бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәре эшләгән. Бүрәнәгә ултырып уҡ атыу,маятникка атыу, уңайһыҙ булған шарттарҙа уҡ атыу. Был күнекмәләрҙең барыһын да бәйгелә ҡатнашыусылар үтә алды. Сит ил һәм Рәсәй уҡсыларының тәжрибәһен ҡулланып, бәйге мөмкин тиклем хәрби –тарихи осорға оҡшатып ойошторолған.Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күбеһе башҡорт йәйәләрен ҡуллана. Уҡ мөмкин тиклем алыҫҡа осһон ,көслө булһын өсөн  йәйә 20-нән ашыу деталдән ,саған, ҡайын ағасына быяла ҡатнашма ҡушып  эшләнә. Әммә ысын башҡорт йәйәләре элек тулыһынса мал һөйәгенән һәм кимерсәктәренән эшләнгәне билдәле. Бындай ҡорал ныҡ та, уңайлы ла булған.Уҡ атыусыларҙың ошондай күләмле бәйгеһе Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторола. Унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һәүәҫкәр уҡсылар. Әммә тап ошо бәйге һөҙөмтәләре буйынса Республиканың 5 кешенән торған командаһы төҙөләсәк. Улар инде сентябрь башында Ҡырғыҙыстанда уҡ атыу буйынса Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаясаҡ.

Яндекс.Метрика