Яңауыл-Тәтешле юлындағы аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлдө

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Мазда автомобиле ҡаршы яҡ юлға сығып Рено Сандероға бәрелә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, хатта ике машина ла янып китә. Был юл-транспорт фажиғәһендә 4 кеше һәләк булды. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы томра эҫелә водителдәрҙе айырыуса уяу булырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. 

Яндекс.Метрика