Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй авиацияһы Пальмиранан алыҫ түгел «Ислам дәүләте» террор ойошмаһы объекттарын утҡа тота башланы. Һөҙөмтәлә террорсыларҙың иадар итеү пункты, хәрби техникаһы юҡ ителгән. Был турала Рәсәй оборона министрлығы хәбәр итте.
Ереванда полиция участогын баҫып алыусыларҙы һәм бер-нисә кешене аманатҡа алыусыларҙы яҡлап демонстрацияға сыҡҡан 130 кеше ҡулға алынған. Әрмәнстан эске эштәр министрлығы тәртипһеҙлектәр ойоштороу статьяһы буйынса 28 кешегә енәйәт эше асҡан. Полиция менән бәрелештәрҙә 50 кеше яраланған. Уларҙың араһында хоҡуҡ һаҡсылары ла бар.
Ниццалағы терактта ҡатнашлығы булыуҙа шикләнеп Тунистан өс, Албаниянан ике кеше ҡулға алынған. Улар һорау алыу өсөн тәфтишселәргә тапшырылған. Ҡулға алыныусыларҙың береһе быға тиклем көс ҡулланғаны һәм наркотиктар һатҡаны өсөн алты тапҡыр яуапҡа тарттырылған булған.
Ҡытайҙа туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле тиҫтәләгән кеше һәләк булған, йөҙләгән кеше хәбәрһеҙ юғалған. Пекинда өсөнсө көн ямғыр яуа. Юлдарҙы һыу баҫҡан, транспорт хәрәкәте туҡтаған. Һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә ирекмәндәр һәм хәрбиҙәр йәлеп ителгән. Һуңғы 100 йылда Ҡытайҙа бындай ямғырҙан булғаны юҡ тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика