Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең канал иғлан иткән ,,Алтын бишек,, акцияһы дауам итә

Бында һәр теләгән ауыл ҡатнаша ала.  Әлегә ижади төркөм Дәүләкән, Учалы, Шаран райондарының иң матур төйәктәрен төшөрҙө. Киләһе шишәмбе „Хәйерле иртә, Республика„ тапшырыуында һеҙ, телевизор ҡараусылар, тура эфирһа тауыш биреү юлы менән тәүге этаптың еңеүсеһен билдәләйәсәкһегеҙ. Йәмле Дим буйында урынлашҡан Иҫке Яппар – Дәүләкән районындағы иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Бында табылған тарихи ҡомартҡылар бронза дәүеренә, таш һәм тимер быуатҡа ҡарай. Ауыл тураһында йырҙар йырлана, шиғырҙар ижад ителә, китаптар яҙыла. Акцияла икенсе булып ҡатнашҡан Учалы районы Көсөк –Маяҡ үҙенең батырҙары менән дан тота. Ағинәйҙәре иһә халыҡты дәртләндереп, бар сараларға ла әйҙәп йөрөүселәр.„Алтын бишек„ акцияһының өсөнсө ҡатнашыусыһы Шаран районы Яңы Йомаш ауылы халҡы. Сыуаштар үҙҙәренең татыулығы, берҙәмлеге, уңғанлығы менән маҡтана ала. Шулай итеп, киләһе шишәмбе „Хәйерле иртә, Республика„ тапшырыуында ошо өс ауыл араһынан иң яҡшыһы һайлап алынасаҡ һәм был ауыл артабан конкурста ҡатнашыу хоҡуғы  ала. Тапшырыуҙы ҡарарға һәм үҙегеҙгә оҡшаған ауылға тауыш бирергә онотмағыҙ.

До отключения аналогового телевидения в Башкортостане осталось:

Яндекс.Метрика