Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бельгия парламентына ”Евросоюздың Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларын ғәмәлдән сығарыу” тураһындағы резолюция проекты  тапшырылған.  Документ авторы Альдо Каркасси әйтеүенсә,  парламент каникулдарынан һуң вәкилдәр палатаһында уның буйынса тыңлауҙар үтәсәк. Европа берлегенең Рәсәйгә ҡарата  иҡтисади санкциялары 2017 йылға тиклем индерелгән. Көҙ берлек шураһында ошо мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙар ҡаралған.
Германияла ҡораллы ҡасаҡ шаурма  һатыусы ҡатынды үлтергән һәм ике кешене яралаған.  Сүриәнән килеүсе был мигрант  енәйәт урынынан ҡасҡанда үтеп барыусы автомобиль аҫтында ҡала һәм полиция ҡулына эләгә. 
Сүриә оппозицияһы хөкүмәт ғәскәрҙәрен яландағы дүрт госпитальды һәм Алепполағы ҡат тапшырыу станцияһын утҡа тотоуҙа ғәйепләне. Кәм тигәндә 20 кешенең һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә. Сүриәлә 2011 йылдан алып 280 мең кеше һәләк булған.
Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәйҙең бөтә йыйылма командаһын да Рио-де-Жанейролағы Олимпия уйындарынан ситләштермәҫкә ҡарар итте. Әммә допинг ҡулланып эләккән спортсылар Олимпиадала сығыш яһай алмаясаҡ. Нисек кенә булмаһын, халыҡ-ара Олимпия комитеты белдереүенә ярашлы, һуңғы ҡарарҙы һәр спорт төрө буйынса халыҡ-ара федерациялар ҡабул итергә тейеш.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика