Республиканы ҡаплаған томанһыу таралырға ашыҡмай

Күптәр тәбиғәттең беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк осрай торған был күренешен фотоға төшөрөп ҡалырға тырыша. Табиптар ҙа тыныс. Мөрәжәғәттәр юҡ.  Һәүәҫкәр фотограф Вилдан Магомедов ил буйлап сәйәхәт итергә, үҙенсәлекле  кадрҙар  яһарға  ярата.  Илаһи мәлдәрҙе иғтибарһыҙ үткәрмәгән егет был күренеште лә ситтә ҡалдырмай. Интернет селтәрендә бәғзе берәүҙәр хәлһеҙләнеп тороуҙарын томанһыуға бәйләй. Әммә, белгестәр борсолорға урын юҡ, тип белдерә. Шулай уҡ ашығыс ярҙам машинаһын да был сәбәп арҡаһында саҡыртыусылар юҡ, тик томанһыуҙың хәүефһеҙлеген тағы бер ҡат иҫбатлар өсөн генә шылтыраталар, ти Марсель Исхаҡов. Бер-нисә көн дауамында халыҡты аптырауға һалған томанһыуҙың барлыҡҡа килеүенә Себерҙәге янғындар сәбәпсе булыуы ихтимал, ти  синоптиктар Гөлназ Әхәт ҡыҙы.Метеорологтар томанһыуҙы етди  күҙәтеүгә алған. Халыҡ асыҡ һауа һәм ҡояшлы көн көткән арала,   Өфө заводтары  һаҡсыл режимға күскән. Белгестәр Өфөнө һәм ҡайһы бер райондарҙы ҡаплап алған ошондай томан хәүефле түгел, тип белдерә. Шулай уҡ был аҙна аҙағына томанһыуҙың яйлап тарала башлаясағын да вәғәҙәләй улар.



Последние новости

Яндекс.Метрика