Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Төркиәлә хакимиәттәр журналистарҙы ҡулға ала башлаған. Киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе 42 кешене ҡулға алыуға ордер бирелгән. Уларҙың хәрби фетнә ойоштороуҙа ҡатнашлығы булыуы ихтимал, тип хәбәр итә илдең бойондороҡһоҙ агентлыҡтары. Йәнәһе, хәбәрселәр оппозиция башлығы Фәтхулла Гюлен етәкселегендәге  параллель структураға ингән. Журналистарҙың 10 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем иректән мәхрүм ителеүе ихтимал. 
Германияның эске эштәр министры Томас де Мезьер теракттар сәбәпле йәмәғәт урындарында, атап әйткәндә аэропорт һәм вокзалдарҙа именлек саралары көсәйтеләсәк тип белдерҙе. Мезьер һүҙҙәренә ҡарағанда, Германияла террор хәүефе юғары булып ҡала.
Американың Калифорния штатында урман янғындары ҡотора. Ут 130 квадрат километрҙы ялмап алған. Бер тәүлектә генә уның майҙаны бер ярым тапҡырға артҡан. Янғындар сәбәпле 10 автотрасса ябылған. Утҡа ҡаршы көрәштә йөҙләгән полиция хеҙмәткәре, вертолеттар һәм самолеттар йәлеп ителгән.
Австралияла йәшәүселәр Тавурвур вулканының атылғанын видеоға төшөрөп алған. Шартлау шул тиклем көслө була, тулҡын көсө вулкан өҫтөндәге болоттарҙы һә тигәнсә тарата.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика