Өфөнөң Ҡасимов күлендә балыҡтарҙың юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар

Дамба емерелгәндән һуң һыу кимәле кәмеп, хәҙер балыҡтар ләмгә һәм һыу төбөндәге үләндәргә бутала. Ҡала хакимиәтендә дамбаның яңы проекты әҙерләнһә, балыҡсылыҡты күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк бүлексәһе ғәйеплеләрҙе эҙләй. Ҡасандыр күҙҙең яуын алған күл урынында Таһир Камалов инде бер аҙна һаҙлыҡ күҙәтә. Ә күлдән килгән насар еҫ хатта туғыҙынсы ҡатҡа тиклем барып етә. Бер аҙна элек кенә яр буйы ял итеүселәр менән тулы ине.  Һәр яҙ һайын бында аҡҡоштар ҙа төшкән. Урындағы халыҡ күп тапҡыр хакимиәткә, күл буйын төҙөкләндереп пляж асыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Үҙҙәре лә ҡулдарынан килгәнсә уны таҙа тоторға тырышҡан һәм  даими өмәләр үткәргән. Тик бар тырышлыҡ юҡҡа сыҡты, тип ҡайғыра улар. Дамба емерелеп, күлдең һыуы етеҙ кәмей башлағас йөҙләгән селбәрә һыу өҫтөнә ҡалҡа. Ҙур балыҡтар өсөн дә был һәләкәткә тиң.Ҡасимов күленең дамбаһын яҙғы ташҡындан һуң нығыта башлайҙар. Гидротехник ҡоролма июль башында ҡулланыуға тапшырыла. Таһир Камалов хәтерләүенсә, биш йыл эсендә дамбанан һыу бер нисә тапҡыр йырылып аҡҡан. Өс тапҡыр бындай хәл ҡаршы ярҙа, иҫке гидроҡоролма янында ҡабатлана. Яңы дамбаның ни өсөн емерелеүе әлегә билдәһеҙ. Өфө хакимиәтендә мәсьәләне дамбаның проектын үҙгәртеү хәл итер, тип ышаналар.  Шулай уҡ урындағы хакимиәт киләсәктә Ҡасимов күле янын  төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота.



Последние новости

Яндекс.Метрика